Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда 208 уҡыусы география һәм әҙәбиәт буйынса БДИ-ны тапшыра алманы

Йәмғиәт

Башҡортостанда география һәм әҙәбиәт буйынса беренсе Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды.

— Географияны 1259 кеше тапшыра. Уларҙың 140-ғы минималь 37 балды йыя алмаған. Уртаса балл 53,6 тәшкил итә (2013 йылда – 56,4, 2012-лә – 56,8). Биш сығарылыш уҡыусыһы эштәрен 100 балға яҙа.

932 уҡыусы әҙәбиәт буйынса тест яҙҙы. 68 кеше ыңғай билдә алыу өсөн 32 балл йыя алманы. Бында уртаса балл 51,7-гә тиң (2013 йылда – 67,7, 2012-лә – 59,9). 100 балға бер кем дә тапшыра алмаған, — тип һандар килтерҙе БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге баш белгес-эксперты Жанна Минекәева.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Был фәндәр буйынса БДИ 26 майҙа үтте.

Кисәге математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханынан дүрт тәртип боҙоусыны сығаралар. Балаҡатай, Туймазы райондары һәм Өфө уҡыусылары «шпаргалкалар» һәм мобиль телефондар менән ҡулланырға маташҡан.

Теги: бди-2014
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть