Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы социаль хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр

Йәмғиәт

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө алдынан эшкә йомғаҡтар яһаны. 5 июндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында тантаналы йыйылышта социаль өлкәнең иң яҡшы белгестәрен бүләкләнеләр.

Республиканың социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һәм республиканың хеҙмәт министры Ленара Иванова ҡотланы.  Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктең халыҡты социаль хеҙмәтләндереү системаһы быйыл икеләтә байрамды билдәләй. Июндә Өфө Губернияһы социаль хеҙмәтләндереү бүлеген ойоштороуға 95 йыл тула.

— Бөгөн хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау системаһы – ул ҡеүәтле бер рәткә теҙелгән күп функциялы учреждениелар селтәре, унда 13 мең тиерлек кеше эшләй. Уларҙың өс меңдән ашыуы – социаль хеҙмәткәрҙәр. Улар көн һайын граждандарҙың проблемалары һәм ауырлыҡтары, дәүләт һәм йәмғиәт ярҙамы кәрәк булғандар менән осраша. Бында үҙенең эшен ысын күңелдән яратҡан кешеләр генә эшләй, — тип билдәләне Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

— Социаль яҡлау – ул, юғары професионаллек кенә түгел, ә иң тәүҙә кешенең рухи сифаты мөһим булған йәшәйеш өлкәләренең береһе. Мәрхәмәтлек, кешелеклек, рухи шәфҡәтлелеккә эйә булыу – был залда ултырған һәр кемдең айырып алғыһыҙ характер һыҙаты, — тип өҫтәне вице-премьер Лилиә Ғүмәрова.

Тантаналы йыйылышта республиканың иң яҡшы социаль өлкә белгестәре кубоктар, грамоталар һәм аҡсалата бүләктәр менән наградланды.

Сараны музыкаль программа биҙәне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть