Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәк етәксеһе Корея Республикаһының джаз-бэнд концертында булды

Мәҙәниәт

Рөстәм Хәмитов тормош иптәше Гөлшат Хәмитова менән «Stone Jazz» джаз-бэнд концертында булды. Төркөм Башҡортостанға Корея Республикаһының Рәсәй Федерацияһында Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Ви Сон Лактың сәфәре сиктәрендә Өфө тамашасыларына үҙ программаһын тәҡдим итте.

— Башҡортостанға, Өфөгә эш сәфәре менән генә түгел, ә яҡшы мәҙәни программа менән килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, — тине Рөстәм Хәмитов. — Элгәре йыл Корея Республикаһында булдым. Корея оҫталарының концертын ҡарай алдыҡ. Артистарығыҙҙың оҫталығынан, энергияһынан, талантынан  хайран ҡалдым һәм, һис шикһеҙ, һеҙҙең сәфәрегеҙ барышында музыкаль төркөмдөң килеүен теләгәйнем. Һәм бына һеҙ бөгөн джаз төркөмөн алып килдегеҙ. Беҙҙә лә уйнау, бейеү, йырлау оҫталары бар. Артистарыбыҙ Корея Республикаһында сығыш яһаны. Беҙҙең бизнес, эш даирәләре араһында бәйләнештәребеҙҙең нығыныуына ышанам һәм Корея артистарын үҙебеҙҙә һәм үҙебеҙҙең артистарҙы Корея Республикаһында күреү өсөн күп кенә мөмкинлектәр аласаҡбыҙ.

Республика етәксеһе иҫтәлеккә Корея флейтасыһына башҡорт флейтаһын – ҡурай бүләк итте, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть