10 декабрь, Шәмбе

06 июнь 2014 йыл, 10:49

Республика етәксеһе 2021 йылда XI Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә Өфөнөң хоҡуҡ алыуы өсөн төп бурыстарҙы билдәләне

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

5 июндә БР Хөкүмәте Йортонда Рөстәм Хәмитов 2021 йылда XI Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына һайлап алыу конкурсында Рәсәй Федерацияһынан кандидат ҡала сифатында Өфөнө әҙерләү буйынса Ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарҙы.

Әҙерлек мәсьәләләрен тикшереүҙә Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Павел Колобков, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, 2021 йылда XI Бөтә донъя уйындары Заявка комитеты башҡарма директоры Олег Шабанов, спорт төрҙәре буйынса бөтә Рәсәй федерациялары вәкилдәре ҡатнашты.

— Беҙҙең республика Рәсәйҙең иң спорт төбәктәренең береһе булып лайыҡлы иҫәпләнә. Халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштарын үткәреүҙә беҙ бай тәжрибәгә эйә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Шуға күрә Башҡортостандың имиджын, киң танылыуын күтәреү өҫтөндә эшләү беҙҙең өсөн бик мөһим. Был юҫыҡта, әлбиттә, Өфөлә 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын – олимпияға ҡарамаған һәм милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү ҙур әһәмиткә эйә буласаҡ. Әһәмиәте буйынса донъя спорты өсөн был ярыштар, бәлки, Олимпия уйындарынан ғына ҡалышалыр. Башҡортостандың алдағы бөтә спорт тормошо тарихы менән беҙ Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына эйәбеҙ.

Рөстәм Хәмитов мөһим бурыстарҙы билдәләне:

— 31 июлгә тиклем Халыҡ-ара Бөтә донъя уйындары Ассоциацияһы штаб-фатирына заявка китабын тапшырырға кәрәк. 2012 йылда Өфөлә Халыҡ-ара Бөтә донъя уйындары Ассоциацияһы делегацияһы булды. Сәфәр йомғаҡтары буйынса ҡунаҡтар беҙҙең спорт һәм матди-техник базаны, халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштарын үткәреүҙә ҙур тәжрибәбеҙҙе баһаланы, — тип һөйләне республика етәксеһе.

— Яҡынса Уйындар 2021 йылда июль-августта 11 көн дауамында барасаҡ. Бөгөнгө көнгә Уйындар программаһына индереү өсөн 30 төп спорт төрө билдәләнгән һәм биш төр ойоштороусы илдең һайлауы буйынса тәҡдим ителәсәк, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.

— Халыҡ-ара талаптарға 25 спорт ҡоролмаһы яуап бирә. Ул «Динамо», «Биатлон», «Өфө-Арена» спорт комплекстары, Спорт һарайы, мәҙәниәт һәм ял итеү парктарында урынлашҡан спорт майҙансыҡтары, «Первушино» аэродромы, «Нефтсе» бассейны, «Аҡбуҙат» ипподромы һәм башҡалар. Уларҙың 13 объекты яҡшы торошта, етәүһе реконструкциялау йәки төҙөлөш стадияһында. Бынан тыш, беҙгә тағы ла 25 яңы объект төҙөргө кәрәк. Уларҙы эшләү хәлдән килерҙәй, — тине Рөстәм Хәмитов.

— Йөҙҙән ашыу илдән дүрт меңләп спортсының, 200 рәсми кешенең, 400-ҙән ашыу киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең килеүе көтөлә. Беҙҙең бурыс – заявка кампанияһын уңышлы тамамлау, ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, Уйындарҙы иң юғары кимәлдә әҙерләү һәм үткәреү өсөн көстәрҙе берләштереү. Бөтә министрлыҡ һәм ведомстволарҙан, тәү сиратта баш ҡала хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Хакимиәтенән етди көйгә һалынған эш талап ителә, — тип билдәләне төбәк башлығы.

Киләсәк уйындарҙың ҡеүәтле профессиональ пиар-компанияһы әһәмиәтен айырыуса билдәләйем. Беҙ кәрәкле мәғлүмәт менән тәьмин итергә, спорт төрҙәре буйынса бөтә федерациялар менән тығыҙ эш итергә тейеш.

— Яңы юлдың иң башында торабыҙ, аҙағында беҙҙе уңыш көтәсәгенә ышанам, — тип билдәләне Рәсәй Федерацияһының спорт министры урынбаҫары Павел Колобков.

Ултырыштың тулы стенограммаһы менән Башҡортостан Республикаһы Президентының рәсми сайтында танышырға мөмкин.