9 декабрь, Йома

06 июнь 2014 йыл, 9:44

Рөстәм Хәмитов Мәрхәмәтлек буйынса республика советы кәңәшмәһен үткәрҙе

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Рөстәм Хәмитов Мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы кәңәшмәһен үткәрҙе. Совет эшендә республика министрлыҡ һәм ведомство, муниципалитет, традицион конфессия, хәйриә фондтары һәм ижтимағи ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

Кәңәшмәне асып, Рөстәм Хәмитов республиканың Ҡырымға ярҙам итеү өсөн индергән өлөшөн билдәләне.

— Федераль кимәлдә Башҡортостандың үҙенә беркетелгән территорияла системалы эш ойоштороу өлөшөндә күп төбәктәргә яҡшы өлгө күрһәтеүе билдәләнде. Республика халҡы ҡырымдарға улар өсөн ҡатмарлы ваҡытта беренселәрҙән булып ярҙам күрһәтә башланы. Был эштә ябай граждандар ҙа, предприятиелар, бюджет учреждениелары, власть органдары хеҙмәткәрҙәре ситтә тороп ҡалманы. Һөҙөмтәлә ярҙам фондында бөгөн 180 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Белогорск районы хакимиәте үтенесенән ситтә ҡалмаған һәм ысынлап та Ҡырым халҡына ярҙам итә алған кешеләргә ҙур рәхмәт.

Хәйриә эшмәкәрлеге тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, «һуңғы йылдарҙа ул киң тарала», тип билдәләне.

— Тик былтыр ғына хәйриә ойошмаларының һаны 230-ҙан 300-гә тиклем артты. 2006 йылдан алып республикала ҡала һәм райондарҙың социаль үҫешенә ярҙам итеү өсөн 43 фонд теркәлгән, уларҙан 15-ше былтыр. Бындай эшмәкәрлек муниципалитеттар кимәлендә үҫешә, — тине Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ төбәктә шәфҡәт күрһәтеүсе, волонтерҙар һәм ярҙамға мохтаж кешеләрҙең реестры төҙөлә. Тик Өфөлә генә изгелек күрһәтеүселәр реестрына 600-ҙән ашыу юридик һәм физик кеше, 27 хәйриә фонды ингән.

Республиканың власть органдары бюджетҡа ҡарамаған аҡсаларҙы балалар йорттарына, дауаханаларға, социаль учреждениеларға йәлеп итеү өҫтөндә эшләй. Ташламалы шарттарҙа күп балалы һәм аҙ тьмин ителгән ғаиләләрҙән балаларға, һуғыш ветерандарына, аҙ тәьмин ителгәндәргә театрға, музейҙарға барыуҙы ойоштора.

Республика етәксеһенең әйтеүе буйынса, социаль учреждениелар 30 миллион һумдан ашыу хәйриә ярҙам йыя алған – ул 2012 йылға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк. Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары 50 миллион һум йәлеп итә алһа ла, был һан 2012 йылға ҡарағанда әҙерәк. Йыл һайын 200 меңдән ашыу кеше волонтерҙар ойошмалары яғынан ярҙам ала.

Әммә, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «мәрхәмәтлек әле йәмғиәт тормошоноң тәбиғи өлөшөнә әйләнмәгән».

— Беҙ юлдың иң башында әле. Беҙҙә граждандарҙың тик дүрт процент самаһы ғына ярҙамға мохтаждарға аҡсалата хәйер биреүҙе үҙе өсөн мөһим тип иҫәпләй, — тине республика етәксеһе. — Аҡса, бәлки мәрхәмәтлектә иң мөһиме түгелдер. Иң мөһиме – рәхимлек, изгелек, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәт. Шул уҡ ваҡытта башҡа Европа, Төньяҡ Америка илдәрендә был һандарҙың күпкә ҙур булыуын аңларға тейешбеҙ. Унда шәфҡәтлелек менән ил халҡының яртыһы шөғөлләнә. Һәм, әлбиттә, хәйриә фондтарында байтаҡ ҙур суммалар йыйыла.

Рөстәм Хәмитов, был бөтә эштең һөҙөмтәлелеген арттырырға кәрәк, тип иҫәпләй. Шул иҫәптән хәйриә эшмәкәрлегенең бөтә ҡатнашыусылары араһында киң диалог ойошторорға. Апрелдә Өфөлә уҙғарылған социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың беренсе республика форумы был бурысты үтәүгә йүнәлтелгән дә инде.

Бынан тыш, республикала «Башҡортостанда шәфҡәтлелек» мәғлүмәт порталы эшләй башланы, унда һәр кем мохтаждарға ярҙам итә ала.

— Федераль структуралар менән әүҙемерәк эшләргә, федераль бюджет аҡсаларын йәлеп итергә кәрәк. Былтыр республикала 52 коммерцияға ҡарамаған ойошма федераль Социаль-маҡсатлы программалар фонды ярҙамы һөҙөмтәһендә үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыуға конкурс нигеҙендә дөйөм алғанда 30 миллион һум алды. Быйыл конкурста 90-лап беҙҙең ойошма ҡатнаша һәм был эште дауам итергә кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Өс йыл элек Беренсе канал «Стань первым!» шәфҡәтлелек акцияһын уҙғарҙы. Быға оҡшаш акцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла ойошторорға мөмкин, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

— Мәрхәмәтлек эшен дәртләндереү өсөн республикала хәйриә ойошмаларға дәүләт ярҙамы сараларын, шул иҫәптән бина, һалым һалыуға ташламалар биреү, административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү өлөшөндә, төрлө сараларҙа ярҙам итеү яғынан булышлыҡ итеүҙе булдырырға кәрәк, — тип билдәләне төбәк башлығы.