9 декабрь, Йома

05 июнь 2014 йыл, 17:30

Өфөлә ҡалаһының үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр бүләкләнде

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө ҡала Советында ҡала үҫешенә тос өлөш индергән кешеләрҙе бүләкләнеләр. Тантанаға 27 кеше саҡырылғайны, улар араһында төрлө һөнәр эйәләре: мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре, табиптар, сәнәғәт предприятиелары инженерҙары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, социаль хеҙмәткәрҙәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, ҡала Советы депутаттары. Ун граждан муниципалитеттың юғары наградаһына – Өфөнөң почетлы грамотаһына һәм «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» түшкә таға торған билдәгә лайыҡ булды. Тағы ла 17 кеше Советтың Почет грамотаһын ҡабул итеп алды.

Наградаларҙы ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко тапшырҙы.

— Наградаларҙың статусына ҡарамаҫтан, һәр ҡайһыһының артында миллионлы Өфө халҡының рәхмәте, коллегаларығыҙҙың ихтирамы тора. Бүләкләү тураһында һеҙ эшләгән хеҙмәт коллективтары, ҡала депутаттары юллап йөрөнө, — тине Евгений Семивеличенко.

Быға оҡшаш бүләкләүҙәрҙе Өфө ҡала Советы даими ойоштора. Улар ҡағиҙә булараҡ эре байрамдар: Яңы йыл, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, Өфө ҡалаһы көнө, Республика көнө алдынан уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.