7 декабрь, Шаршамбы

05 июнь 2014 йыл, 17:06

Башҡортостан – иң һөҙөмтәле власть органдары булған ун төбәк исемлегендә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан 2013 йыл йомғаҡтары буйынса власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау күрһәткестәре менән Рәсәйҙең иң яҡшы субъекттары иҫәбенә инде. Башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрен баһалауҙың яҡынса йомғаҡтарын, өс йыл эсендәге күрһәткестәр динамикаһын иҫәпкә алыу менән, Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы килтерҙе. Йыл да тапшырыла торған доклад РФ Президентына йүнәлтелгән, тип хәбәр итте брифингта журналистарға министрлыҡ башлығы Игорь Слюняев.

Дөйөм алғанда 2013 йыл өсөн үҙ позицияларын Рәсәй Федерацияһының 39 субъекты яҡшыртҡан. Өс йыл эсендә иҡтисади үҫеш кимәле һәм динамикаһы буйынса лидерҙар – Башҡортостан, Татарстан, Саха (Яҡут) республикалары, Краснодар крайы, Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәләре. Иҡтисади үҫеш өлкәһендә иң түбән һөҙөмтәләрҙе Ҡабарҙы-Балҡар, Карелия республикалары, Владимир, Волгоград, Тверь һәм Ҡурған өлкәләре күрһәткән.

«Коммерсант» мәғлүмәттәренә ярашлы, һөҙөмтәлелек рейтингы тураһында доклад Хөкүмәткә 15 августҡа тиклем тапшырыласаҡ һәм 15 октябргә тиклем раҫланасаҡ. Шунан һуң лидер төбәктәр араһында 3,5 миллиард һумлыҡ гранттар бүленәсәк, лидерҙарҙың һәр ҡайһыһына 250-нән алып 300 миллион һумға тиклем аҡса бүленәсәк.

темалар: рейтингтар