4 декабрь, Йәкшәмбе

05 июнь 2014 йыл, 16:06

Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Корея Илселеге делегацияһы менән осрашты

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә Рөстәм Хәмитов Корея Республикаһының Рәсәй Федерацияһында Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Ви Сон Лак әфәнде етәкселегендәге Көньяҡ Корея Илселеге делегацияһы менән осрашыу үткәрҙе.

Рөстәм Хәмитов, Корея Республикаһы – Башҡортостандың өҫтөнлөклө уҙаҡташтарының береһе, тип билдәләне. Ул шулай уҡ ҡунаҡтарға республикабыҙ, уның иҡтисади хәле тураһында һөйләне. Һөйләшеүҙәр барышында Башҡортостан һәм Корея бизнесмендарының үҙ-ара эш итеү темаһы ҡуҙғатылды.

— Тауар әйләнеше бик ҙур түгел – 25 миллион доллар самаһы. Дөйөм алғанда ул Башҡортостан Республикаһынан Корея Республикаһына нефть продукттарын поставкалау иҫәбенә барлыҡҡа килә. Кореянан һәм Башҡортостандан инвестициялар юҡ тиерлек. Корея компанияларынан инвестициялар былтыр биш миллион доллар самаһы тәшкил итте. Беҙҙә Корея капиталы ҡатнашлығында ойошторолған бөтәһе 11 предприятие эшләй. Элгәре йыл Сеулда булдыҡ, электрон белем биреү менән бәйле мәсьәләләрҙе өйрәндек. «Самсунг электроникс» компанияһында булдыҡ, әммә был йүнәлеш буйынса ярайһы уҡ алға китеш юҡ әле. Һис шикһеҙ, был өлөштә Корея белгестәрен йәлеп итеү менән артабан да эшләргә тырышасаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Ул шулай уҡ ике республика бизнесы бәйләнештәрендә хәлде үҙгәртеү кәрәклеген билдәләне.

— Беҙ Корея инвесторҙары өсөн ташламалы эш шарттарын бирергә әҙер. Беҙҙең ҡануниәт хәҙер бындай ташламалар бирә. Корея бизнесмендары делегацияһы беҙгә килһен өсөн күп йүнәлештәр буйынса эшләргә теләйбеҙ. Беҙ аралаша һәм улар менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерә алыр инек. Яҡын ваҡыт эсендә бындай үҙ-ара эш итеү өсөн нигеҙ әҙерләргә кәрәк. Илсе әфәнде, Һеҙҙең республикабыҙға килеүегеҙ был эштә ҙур роль уйнаясағына ышанам. Бәйләнештәр хәрәкәтсән үҫешһен өсөн даими ярҙам итергә һәм хәлде контролдә тоторға вәғәҙә бирәм, — тип билдәләне республика етәксеһе.

Ви Сон Лак әфәнде Рөстәм Хәмитовҡа йылы һүҙҙәре һәм ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт әйтте.

— Сәфәргә әҙерләнгәндә Башҡортостан Республикаһының бай иҡтисади системаға эйә булыуына, нефть химияһы һәм авиация сәнәғәте үҙәге булып тороуына иғтибар иттек. Билдәләп үтергә кәрәк, Корея Республикаһына һеҙҙең иғтибарығыҙ бар, — тине Илсе.

Ул шулай уҡ билдәләп, Башҡортостан – Корея өсөн мөһим уҙаҡташ, сөнки ул Рәсәйҙә Көньяҡ Урал өлөшөнең сәнәғәт үҙәге булып тора, тине.

— Бөгөнгө осрашыу беҙҙең өмөттәрҙе аҡланы. Хәҙер Өфөлә яҡтар вәкилдәре уҙғарған бизнес-консультацияларҙың уңышына ҙур өмөт бағлайбыҙ. Беҙҙең бизнесмендар араһындағы эштә уңышлы һөҙөмтәләр бар. Корея Республикаһы һәм Башҡортостан араһында үҙ-ара эш итеүҙә лә оҙаҡламай ысын һөҙөмтәләр булып тип ышанам. Бөгөн беҙҙең мәҙәни сара планлаштырылған. Беҙҙең хеҙмәттәшлектең иҡтисади сектор менән генә сикләнеп ҡалмауына, ә мәҙәниәт, мәғариф буйынса ла үҫешеүенә ышанам, — тине Ви Сон Лак әфәнде.