9 декабрь, Йома

05 июнь 2014 йыл, 12:53

Республиканың 25 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы бөгөн математика буйынса БДИ тапшыра

автор: Эльмира Сабирова

Имтихандар календарында кесе йома, 5 июнь, мотлаҡ фән – математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы. Башҡортостанда уны 23 200-ҙән ашыу кеше тапшыра. Республиканың белем биреү учреждениеларында 118 имтихан тапшырыу пункты эшләй. Математика буйынса БДИ 3 сәғәт 55 минут барасаҡ.

БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге баш белгес-эксперты Жанна Минекәева хәбәр итеүенсә, БДИ тапшырыу пункттарында 469 йәмәғәт күҙәтеүсе эшләй.

— Әлегә тәртип боҙоуҙар теркәлмәне, — тип аңлатты Мәғариф министрлығы хеҙмәткәре.

Мәктәп аттестатын алыу өсөн сығарылыш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда минималь балл йыйырға кәрәк, математика буйынса ул 24-кә тиң. Әгәр минималь балл йыймаған хәлдә имтиханды ошо уҡ йылда резерв көндә ҡабаттан тапшырырға була. Әгәр икенсе тапҡыр ҙа 24 балл йыя алмаған хәлдә, БДИ-ны киләһе йыл ғына тапшырырға мөмкин. Аттестат урынына уҡыусы мәктәптә белем алғаны тураһында белешмә аласаҡ.

Рус теле буйынса беренсе мотлаҡ имтиханды 29 майҙа тапшырҙылар. Ул саҡта республикала һигеҙ уҡыусы мобиль телефон һәм «шпаргалка» менән ҡулланғаны өсөн имтихандан сығарылды.

Рәсәйҙә БДИ-ның төп тулҡыны 26 майҙа старт алды һәм 19 июнгә тиклем (резерв көндәрҙе иҫәпкә алыу менән) дауам итәсәк.