5 декабрь, Дүшәмбе

05 июнь 2014 йыл, 14:42

Владимир Путин урындағы һайлауҙарҙа «бөтәһенә лә ҡаршы» графаһын индерҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Бөтәһенә лә ҡаршы» графаһы урындағы үҙ идара органдары депутаттарын һайлауҙа һайлау бюллетендәрендә быйыл көҙ үк барлыҡҡа киләсәк. Тейешле законға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Документты 28 майҙа Дәүләт Думаһы ҡабул иткән һәм Федерация Советы раҫлаған.

Федераль закон менән урындағы үҙ идара органдарына һайлауҙарҙа «бөтә кандидаттарға ла ҡаршы», «бөтә кандидаттар исемлегенә лә ҡаршы» тауыш биреү формаларын тергеҙеү ҡарала. Бындай тауыш биреү Рәсәй Федерацияһы субъекты законы менән раҫланған осраҡта ғына уҙғарыла.

Үҙәк һайлау комиссияһында аңлатыуҙарынса, «бөтәһенә лә ҡаршы» графаһы дәүләт власы органдарына һайлауҙарҙа, президент һайлауҙарында булмаясаҡ, сөнки был һайлауҙар муниципаль түгел.

темалар: һайлауҙар-2014