Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 69.67 ↓

20 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Бөгөн – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө

Йәмғиәт

5 июндә донъя берләшмәһе экологик календарҙағы мөһим ваҡиғаларҙың береһен – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөн – Экологтар көнөн билдәләй. Байрам 1972 йылда тирә-яҡ мөхит проблемалары буйынса Стокгольм конференцияһында ойошторола. Йыл һайын донъяның 100-ҙән ашыу илендә Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөн билдәләү йәмғиәттең иғтибарын тирә-яҡ мөхит проблемаларына йәлеп итеүгә тәьҫир итә һәм кешенең тәбиғәт ресурстарына мөнәсәбәтен үҙгәртеү кәрәклеген билдәләй. Бөгөн байрам  урамдарҙа митингтар, велосипедсылар парады, «йәшел» концерттар, конкурстар, ағастар ултыртыу, ҡалдыҡтарҙы ҡайтанан эшкәртеү буйынса кампаниялар менән оҙатыла.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыевтың әйтеүе буйынса, республикала тәбиғәт ресурстарын тотанаҡлы файҙаланыу һәм экологик именлекте тәьмин итеү буйынса бер төркөм программалар тормошҡа ашырыла, йәмәғәт хәрәкәттәре арта.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, 2013 йылда республика ойошмалары һәм предприятиелары тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм тәбиғәт ресурстарын тотанаҡлы файҙаланыуға 5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән (Башҡортостан иҡтисадына дөйөм инвестициялар күләменән 2,1 процент). 1092,7 миллион һум һыу ресурстарын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу буйынса саралар тәшкил итте. Атмосфера һауаһын һаҡлауға ассигнованиелар 3052,7 миллион һум, ерҙәрҙе һаҡлауға һәм рациональ файҙаланыуға 579,9 миллион.

2013 йылда етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары республика предприятиеларында 42,9 миллон тонна йыйылған, тип хәбәр итә Рәсәй Тәбиғәтте күҙәтеү Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы. Уларҙың 6,4 миллион тоннаһы продукция етештереү һәм энергия алыу өсөн ҡулланылған, 180,8 мең тоннаһы зыянһыҙландырылған.

Былтыр тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға республика предприятиелары һәм ойошмалары 13,2 миллиард һум тотонған.

Теги: экология
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть