Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы әҙерләргә планлаштыралар

Йәмғиәт

Быйыл Башҡортостанда бер мал башына 30 центнерҙан кәм булмаған мал аҙығы берәмеген әҙерләп, йыл ярымлыҡ мал аҙағы запасы тупларға планлаштыралар. Бының тураһында республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко 4 июндә БР Хөкүмәтендә уҙған видеоселектор кәңәшмәһендә хәбәр итте.

3 июнгә ҡарата мал аҙығы әҙерләүгә 32 район тотонған. Үлән 11 мең гектар майҙанда сабылған, ул пландан 2 процент тәшкил итә. Дөйөм алғанда республика буйынса 1000 тонна бесән һәм 4000 тонна сенаж әҙерләнгән.

— Күп йыллыҡ үләндәр ғәҙәтинән күпкә алдараҡ өлгөрҙө. Шуға күрә сифатлы аҙыҡ әҙерләргә иң уңай ваҡыт. 20 июнгә тиклем ҡуҙаҡлы, ә 25 июнгә тиклем башаҡлы үләндәрҙе сабып бөтөргә тейешбеҙ, — тип билдәләне Николай Коваленко.

Был бурысты үтәү, тәүлек һайын 36 мең гектар күрһәткесенә етеү өсөн республика баҫыуҙарында күп йыллыҡ үләндәрҙе урыуҙы тиҙләтергә кәрәк, тип иҫәпләй министр. Мал аҙығын тәүлек әйләнәһенә әҙерләгәндә генә яҡшы уңышҡа өлгәшеп була. Республикала 2400 сапҡыс бар, уларҙың иҫәбе үлән сабыуҙы оптималь ваҡытта тамамлау өсөн етерлек, тип иҫәпләй Николай Коваленко.

Ауыл хужалығы етештереүселәренә аҙыҡ әҙерләүҙә прогрессив алымдар (бесәнде преслау, сенаж һәм силосты әҙерләгәндә консерванттар һәм ябыу материалдары файҙаланыу) ҡулланырға, шулай уҡ мал аҙығы культуралары балансын рапс, тары, судан үләне, көнбағыш менән тулыландырырға кәңәш ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть