7 декабрь, Шаршамбы

05 июнь 2014 йыл, 10:57

Өфө амфитеатрында Симфоник төн уҙҙы

автор: Ләйлә Аралбаева | фото: Олег Яровиков

«Өфө амфитеатрында» (Конгресс-холл артындағы майҙанда) «Симфоник төн» исемле open air концерты уҙҙы.

Өс сәғәт дауамында асыҡ һауала Ағиҙел йылғаһы буйында симфоник музыка – башҡорт, рус һәм сил ил музыкаларынан халыҡ яратып алған һәм популяр әҫәрҙәр яңғыраны.

Тамашасылар араһында абруйлы ҡунаҡтар – республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов үҙенең тормош иптәше менән булды.

Кисәнең төп геройҙары – йәш солистар, З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары һәм уны тамамлаған сәнғәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр симфоник оркестры.

Дирижер пульты артында Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ассистенты-стажеры, Александрия ҡалаһында (АҠШ) «Донъя кубогы» конкурсы лауреаты һәм Костромала Мусин исемендәге бөтә Рәсәй дирижерҙар конкурсы дипломанты, «Рәсәйҙең йәш һәләттәре» федераль конкурсы еңеүсеһе Линар Дәүләтбаев булды.

Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары: йырсылар Артур Кәйепҡолов (Ҡаҙағстан), Ян Лейше, Гөлнара Вәлиева, Иҙел Аралбаев, Дилара Иҙрисова, Аида Мәзитова, Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры солистары, скрипкасылар Айһылыу Сәйфуллина һәм Александр Маломожнов (Мәскәү), Сыңғыҙ Ханнанов, пианинола уйнаусылар Шәүрә Сәғитова, Денис Хөсәйенов һәм Элина Арцибашева, виолончелсе Рөстәм Хәмиҙуллин һәм Аяз Нухов, флейтасылар Инна Фоменко һәм Андрей Позяк, аккордеонсы Екатерина Герасимова, кларнетта уйнаусылар Артур Нәзиуллин һәм Руслан Вәлиев, ҡурайсы Марсель Вәхитов, «Splash» барабан шоуы, «Ятаған» ансамбле тәбиғи амфитеатр битләүҙәрендә йыйылған тамашасыларға үҙ ижадын йомарт өләште.

Концертты Рушана Бабич менән Александр Алексеев алып барҙы.

— Европала бындай фестивалдәр даими уҙғарыла – меңләгән кеше ғаиләләре, дуҫтары менән килә, улар күңелдәре менән ял итә, — тип һөйләне скрипкасы Айһылыу Сәйфуллина. — Классик музыканы төшөнөү һис тә кәрәкмәй, ултырырға һәм ләззәт алырға ла була.

Яҡынса баһалар буйынса, «Симфоник төнгә» 12 меңләп кеше йыйылғайны. Улар тәбиғи амфитеатр битләүҙәрендә урынлашты. Сәхнәләге бөтә күренеште ике ҙур экранда күрһәттеләр. Видеорәтте октокоптер – осоп йөрөүсе камера төшөрҙө.

Концерт классик музыка шлягерҙары теҙмәһе һәм сағыу музыкаль фейерверк менән тамамланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың сентябрендә Өфөлә Конгресс-холл артындағы майҙанда беренсе тапҡыр музыка сәнғәте йондоҙҙары һәм БР Милли симфоник оркестры ҡатнашлығында масштаблы ореn air уҙа. Шул ваҡыттан алып майҙансыҡҡа Өфө амфитеатры исеме беркетелде. 2014 йылда «Симфоник төн» проекты Башҡортостан Республикаһы Президентының 15 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булды – финанслау сиктәрендә Йәштәр симфоник оркестры өсөн музыка ҡоралдары алыу планлаштырылған.