5 декабрь, Дүшәмбе

05 июнь 2014 йыл, 9:59

Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цунцин ҡалаһы делегацияһы Башҡортостанда булды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Өфөлә Ҡытай Халыҡ Республикаһы Цунцин ҡалаһы делегацияһының Башҡортостан етәкселеге менән осрашыуы уҙҙы.

— Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек тиҙ үҫешә, — тип билдәләне республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов. – Билдәләп үтергә кәрәк, бәйләнештәр төбәк кимәлендә лә активлаша. Башҡортостан Республикаһы – эре сәнәғәт субъекты, беҙ нефть сығарыу, нефть химияһы, машина эшләү һәм агросәнәғәт комплексы кеүек сәнәғәт тармаҡтарын үҫтерәбеҙ. Ошо һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ла эшләй алабыҙ, Чунцин ҡалаһы менән эшлекле, иптәштәрсә мөнәсәбәттәр урынлаштырыу ҡыҙыҡлы булыр ине. Ҡытай компанияларының береһенең офисын асыу, быраулау ҡорамалдары етештереү буйынса завод, логистик үҙәк төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр бара – бер һүҙ менән әйткәндә, бәйләнештәр үҫешә. Белгестәрегеҙҙе, инвесторҙарығыҙҙы сәнәғәтте, ауыл хужалығын, юл һәм транспорт инфраструктураһын, торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса уртаҡ проекттарҙа ҡатнашырға саҡырам. Һис шикһеҙ, беҙҙең хеҙмәттәшлек йүнәлештәренә фекер алышасаҡбыҙ, яҡын ваҡыт эсендә ғәмәлгә ашырыласаҡ проекттарыбыҙҙың барлыҡҡа килеүенә ышанам.

Чунцин ҡалаһы делегацияһы вәкиле Чжан Фэну Башҡортостанға беренсе тапҡыр килеүе тураһында хәбәр итте. Сәфәрҙең маҡсаты – ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу.

— Башҡортостанға килер алдынан республикала үҫешкән тармаҡтарҙы диҡҡәт өйрәндек, — тине Чжан Фэну. – Беҙгә машина эшләү, ауыл хужалығы, логистика, сауҙа, инфраструктура төҙөлөшө, күсемһеҙ милек өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү ҡыҙыҡлы. Әле бер нисә проект әҙерләнек, хәҙер республиканың профилле министрлыҡтары менән һөйләшеүҙәр алып барасаҡбыҙ.