6 декабрь, Шишәмбе

04 июнь 2014 йыл, 16:55

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары РФ Фән һәм мәғариф министрлығының 10 миллионлыҡ грантын яуланы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡорт дәүләт университетының генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһы ғилми коллективы РФ Фән һәм мәғариф министрлығының «2014-2020 йыдарға Рәсәйҙең ғилми-технологик комплексы үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса тикшеренеүҙәр һәм асыштар» федераль маҡсатлы программаһы буйынса 10 миллион һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булды.

«Шеш үҫеүен генетик һәм эпегенетик механизм менән өйрәнеү нигеҙендә киң таралған онкологик сирҙәр терапияһына үҫешеү ҡурҡынысын баһалау һәм алымдарҙы шәхсиләштәреү өсөн прогноз яһаусы тест-система әҙерләү» проекты «Тормош тураһында фән» өҫтөнлөклө йүнәлеш буйынса конкурста еңеү яуланы. Проекттың етәксеһе – профессор Эльза Хөснөтдинова, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт университетының матбуғат хеҙмәтенән.