Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Силәбе өлкәһе башҡорттары балалар һабантуйын уҙғарҙы

Мәҙәниәт

Силәбелә балалар өсөн «Һабантуй мозаикаһы» фестиваль-байрамы уҙҙы. Ойоштороусылар – өлкә Башҡорт халыҡ үҙәге, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы, Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың даими вәкиллеге һәм өлкә башҡорттары ҡоролтайы.

Башҡортостан Республикаһының Урал төбәктәрендә рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин йыйылғандарҙы сәләмләне, байрам ойоштороусыларына бүләктәр тапшырҙы, ә Ҡоншаҡ районы «Маяк батырзары» балалар башҡорт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Хабрахман Мансуровҡа башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары комплектын тапшырҙы.

Балалар байрамы тантаналы рәүештә һабантуй флагын күтәреүҙән башланды. Абруйлы ҡунаҡтарҙы һәм ойоштороусыларҙы биҙәлгән башҡорт тирмәһендә һыйланылар. Ижади коллективтар эстрада конкурсында ярышты, ә спортсылар милли көрәштә көс һынашты. Бөтә еңеүселәр ҙә парктың аттракциондарына бушлай билеттар алды.

Юғары Өфөләйҙең «Шатлыҡ» йәш башҡорт артистары коллективының сығышы айырыуса сағыу булды. Балаларға һәм коллектив етәкселәренә бүләктәр һәм фестиваль дипломдары тапшырҙылар, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Теги: һабантуй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть