6 декабрь, Шишәмбе

04 июнь 2014 йыл, 15:20

Илдус Мамаев республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

Рөстәм Хәмитов Илдус Мамаевты Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

Илдус Мамаев 1962 йылда Благовар районында тыуған. Ленин комсомолы исемендәге Силәбе политехник институтын һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда Златоуст машиналар эшләү заводында электромеханик булып башлай. Совет армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң шул уҡ предприятиела йөксө, слесарь, мастер булып эшләй. 1990 йылдан алып – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында, унда торлаҡ эксплуатациялау идаралығы мастерынан алып Өфөнөң Торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте предприятиелары идаралығы начальнигы урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлын үтә.

2001 йылдан алып «Башкоммунприбор» предприятиеһы етәксеһе булып эшләй, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.