4 декабрь, Йәкшәмбе

04 июнь 2014 йыл, 14:43

Рөстәм Хәмитов йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралыҡтарының Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе эшендә ҡатнашты

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Өфөлә төбәк эске эштәр министрлыҡтарының һәм Баш Идаралыҡтарының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальниктары урынбаҫарҙары менән IV Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмә бара. Беренсе тапҡыр кәңәшмә эшендә Ҡырым Эске эштәр министрлығы һәм Севастополь буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Йыйылғандарҙы республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов сәләмләне, полиция хеҙмәткәрҙәренә уңышлы эш теләне һәм йәмғиәттең социаль тотороҡлоғон тәьмин итеүгә өлөш индергәндәрен билдәләп үтте. «Бөгөнгө кеүек бындай осрашыуҙарҙың кәрәклеге аңлайышлы. Тышҡы хәүеф-хәтәрҙәр хоҡуҡ һаҡлау структураларынан аныҡ, яйға һалынған эште талап итә. Власть органдары менән бергә килешеп эш иткәндә генә енәйәтселек, террорсылыҡ, экстремизм менән һөҙөмтәле көрәш алып барырға була. Беҙ һеҙҙең менән төрлө һөнәри бурыстар үтәйбеҙ, әммә беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү – иң мөһиме. Унан граждандар кәйефе һәм социаль хәл тора», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Төбәк башлығы йыйылғандарға республика тураһында һөйләне, иҡтисадҡа һәм иҡтисади үҫеш перспективаларына айырыуса иғтибар бүлде.

Рөстәм Хәмитов йәмәғәт тәртибен һаҡлау өлкәһендә Башҡортостан полицияһы эшен юғары баһаланы: «Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән иң юғары кимәлдәге саралар – ул булһынмы спорт, мәҙәни, шулай уҡ сәйәси, барыһы ла уңышлы үтә. Киләһе йылда ШОС һәм БРИКС саммиттары иң ҙур ваҡиға булып торасаҡ. Өфөгә 15-ләгән дәүләт башлығы киләсәк. Һеҙгә уларҙың именлеген һәм дөйөм тәртипте тәьмин итергә кәрәк буласаҡ. Ағымдағы бурыстарҙы ла үтәү шарт. 14 сентябрҙә төбәк башлығын һайлау үтәсәк. Бөтә кандидаттарҙы ла тигеҙ шарттар менән тәьмин итеү һәм дестабиллекте, хәлде юрый болғауҙы булдырмау талап ителә».

Семинар сиктәрендә ҡатнашыусылар професиональ темаларға фекер алышасаҡ, «Өфө-Арена» боҙ һарайында уйындар үткәргәндә һаҡлауҙы ойоштороу менән танышасаҡ, Өфө гарнизоны полиция хеҙмәткәрҙәренең күрһәтмә инструктажында һәм башҡа сараларҙа ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫарҙары атыу һәм физик әҙерлек буйынса тест тапшырасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.