Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Ауыл хужалығы министрлығы белгестәрҙе әҙерләүгә Рәсәйҙең өс юғары уҡыу йорто менән килешеү төҙөнө

Йәмғиәт

БР Ауыл хужалығы министрлығы аграр профиле буйынса Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында белем алыу өсөн дәғүә итеүселәрҙе йыя. Быйыл дөйөм алғанда ете маҡсатлы урын ҡаралған, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Буласаҡ тармаҡ белгестәрен әҙерләүгә килешеүҙәр Рәсәйҙең өс юғары уҡыу йорто менән төҙөлгән.

Рәсәй дәүләт аграр университеты «Агрономия» һәм «Биотехнология» һөнәрҙәре буйынса маҡсатлы юллама менән ике абитуриентты ҡабул итергә әҙер.

Горячкин исемендәге Механика һәм энергетика институтында «Агроинженерия» һәм «Теплоэнергетика һәм теплотехника» һөнәрҙәре буйынса икешәр урын ҡаралған.

Тағы ла бер юллама «Ветеринария» һөнәре буйынса Урал ветеринар медицина академияһында белем алыу өсөн бүленә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар 16 июндән алып 27-һенә тиклем Өфө ҡалаһы Пушкин урамы, 106 адресы буйынса 324-се кабинетта (ғилми-белем биреү учреждениелары менән эш итеү, тышҡы бәйләнеш һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш бүлеге) ҡабул ителә. Телефон: (347) 218-05-46.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть