6 декабрь, Шишәмбе

04 июнь 2014 йыл, 11:58

Межгорье ҡалаһы «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны штандартын ҡабул итте

автор: Ләйлә Аралбаева

3 июндә «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны сиктәрендә Мәҙәниәт йылы символын Межгорье ҡалаһы ҡабул итте.

Байрам ҡунаҡтарын Межгорье ҡалаһы стелаһы янында ҡаршы алдылар – штандартты Сибай делагацияһы килтерҙе.

Еңеү майҙанында «Ҡояш менән йылытылған байрам!» балалар өсөн конкурс-уйын программаһы ойошторолғайны. «Кристалл» мәҙәниәт һарайы фойеһында Башҡортостандың милли аш-һыуы һәм «Кружевница», «Флорист» халыҡ студиялары, «Парта» өлгөлө студия ҡатнашыусыларының биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәләрен күрергә мөмкин булды.

Байрам концертында сибайҙарҙың – өлгөлө «Осҡон» хореография ансамбле, «Кристалл», «Төҙөүсе» мәҙәниәт йорттары халыҡ һәм өлгөлө коллективтары һәм Межгорье балалар сәнғәт мәктәбе ҡатнашты.  

7 июнгә тиклем, ҡалала «Донъяны матурыраҡ итәйек!» девизы аҫтында байрам саралары уҙасаҡ, уның барышында Мәҙәниәт йылы символы бер учреждениенан икенсеһенә тапшырыласаҡ.

7 июндә Межгорье делегацияһы Учалы районына «Һабантуй» байрамына юлланасаҡ, унда тантаналы рәүештә штандартты учалыларға тапшырасаҡтар.