Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.22 ↑

EUR 69.26 ↑

22 сентябрь, Йома

Уфа   °

Республиканың берҙәм рәсәйлеләре Украина балалары өсөн гуманитар ярҙам йыйҙы

Йәмғиәт

Өфөнөң Октябрь районында белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр башланғысы буйынса, уҙып киткән Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған, «Украинаның көньяҡ-көнбайыш балаларын яҡлайыҡ!» акцияһы старт алды, тип хәбәр итә ER.RU.

Акцияның маҡсаты – йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, Украинаның көньяҡ-көнбайышында граждандар һуғышында балаларҙың хәле тураһында дөрөҫ мәғлүмәт таратыу. Шишәмбе, 3 июндә, мәктәпкәсә учреждениеларҙа хеҙмәткәрҙәр һәм балалар әҙерләгән концерт, спорт саралары, асфальтта һүрәттәр төшөрөү конкурсы уҙҙы. Балалары менән бергә ата-әсәләр Украинаның көньяҡ-көнбайыш балаларына ярҙам итеү өсөн һүрәттәр, теләктәр, стена гәзите әҙерләне.

Акция сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел бүлексәһе ағзалары ата-әсәләр менән бергә Украинаның көньяҡ-көнбайыш халҡына ярҙам итеү өсөн уйынсыҡтар, медикаменттар, антисептиктар, шәхси ҡулланыу әйберҙәре, табипҡа тиклем тәүге ярҙам күрһәтеү саралары, өҫ кейеме, аяҡ-кейем, урын-ер кәрәк-яраҡтары, ярма, шәкәр, макарон, бәләкәй йәштәге балалар өсөн ҡоро ҡатышма йыйыуҙы ойошторҙо. Йыйылған бөтә нәмә Украинаға оҙатыласаҡ.

— Һәр беребеҙ Укаринала барған хәлде белә. Тәрбиәләнеүселәр, хеҙмәткәрҙәр һәм ата-әсәләр ауыр, йәшәү өсөн хәүефле хәлдә ҡалған балаларға ярҙам итергә теләй. Был хәлгә күҙ йоморға ярамай. Рәсәй – көслө дәүләт, беҙ бер-беребеҙгә ауыр минуттарҙа ярҙам итергә тейеш. Һеҙ ҙә вайымһыҙ булып ҡалмағыҙ, — тип өндәне акция ҡатнашыусыларын «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел бүлексәһе ағзалары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть