7 декабрь, Шаршамбы

04 июнь 2014 йыл, 10:51

«Өфө һыу каналы»н Асҡар Фәйзуллин етәкләне

автор: Илья Спиридонов

«Өфө һыу каналы» муниципаль унитар предприятиеһының яңы генераль директоры итеп Асҡар Фәйзуллин тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. 3 июндә аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Ирек Ялалов мэрия аппаратын предприятие етәксеһе менән таныштырҙы. Әлегә тиклем Асҡар Фәйзуллин Өфө хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара.

— 2001 йылдан алып предприятиены етәкләгән, «Өфө һыу каналы»ның элекке етәксеһе Вячеслав Гордиенко май башында килешеү ваҡыты үтеү һәм пенсия йәшенә етеү менән бәйле вазифаһын бушатты, – тип аңлаттылар кадрҙар үҙгәрешен ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.