3 декабрь, Шәмбе

04 июнь 2014 йыл, 10:19

Яңы Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары тәғәйенләнде

автор: Эльмира Сабирова

Рөстәм Хәмитов Алексей Новиковты Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Алексей Новиков министрлыҡта спорт ҡоролмаларын төҙөү һәм сафҡа индереү мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк.

БР Хөкүмәтенең рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Алексей Новиков 1968 йылда Новгород өлкәһендә тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын «инженер» һөнәре буйынса тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда «Дорремстрой» тресында моторсы булып башлай. Төрлө йылдарҙа «Башкиравтодор» беренсел профсоюз ойошмаһы мастеры, прорабы, инженеры, БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының «Юл төҙөлөшө идаралығы» баш белгесе, «Стройснаб» дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары, «Простор» инвестиция компанияһы ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары, «Салауатстройинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарма директоры, «УКСС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, «Шатлык» сауҙа комплексы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, «Күперҙәр төҙөү компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баш инженеры булып эшләй.

2012 йылдан алып әлегә тиклем – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында спорт ҡоролмаларын төҙөү һәм сафҡа индереү секторы мөдире.