8 декабрь, Кесе йома

04 июнь 2014 йыл, 9:38

Стәрлетамаҡ Ҡытай инвесторҙарын йәлеп итә

автор: Екатерина Соколова

Ҡытай Халыҡ Республикаһының бизнес даирәһе вәкилдәре Стәрлетамаҡта булды. Инвесторҙар ҡаланың иҡтисади һәм сәнәғәт потенциалы менән танышты. Стәрлетамаҡ хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында тикшерелгән төп мәсьәлә аквапарк һәм логистик үҙәк төҙөүҙә уҙаҡташлыҡ булып торҙо. Делегация ағзалары яҡын ваҡыт эсендә тәҡдим ителгән проекттарҙы ентекләп өйрәнәсәк: унан һуң был ҡала инфраструктура объекттарын финанслау тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡта аквапарк төҙөү идеяһы бер нисә йыл элек барлыҡҡа килә. Уның 1100 кешегә иҫәпләнеүе планлаштырыла. Проектты ғәмәлгә ашырырға әлегә инвесторҙарҙың булмауы ҡамасаулай.