8 декабрь, Кесе йома

02 июнь 2014 йыл, 19:59

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә С.Юлаев исемендәге дәүләт премияларына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул ителә башланы

автор: Эльмира Сабирова

БР Президенты ҡарамағындағы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге дәүләт премияһына эштәр ҡабул итә башлауы тураһында хәбәр итә.

Министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, уҡыу йорттары, гәзит һәм журнал редакциялары әҫәрҙәрҙе һәм эштәрҙе Дәүләт премияһына тәҡдим итә ала. Эштәр коллегиялар, президиумдар, идара, художество һәм ғилми советтар ултырыштарында, хеҙмәт коллективтары йыйылыштарында юғары талапсанлыҡ шарттарҙа тәҡдим ителә һәм уларҙы баһалағанда уның художество процесында биләгән урыны, һәр кандидаттың ижади өлөшө билдәләнергә тейеш.

Дәүләт премияһына әҙәбиәт өлкәһендәге әҫәрҙәр матбуғатта баҫылып сыҡҡас, музыка, театр, һынлы, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәгеләр киң йәмәғәтселек алдында башҡарылғас, архитектура өлкәһендәге әҫәрҙәр объект файҙаланыуға тапшырылғандан һуң ғына тәҡдим ителә ала.

Дәғүә итеүселәр коллективы биш кешенән дә артмаҫҡа тейеш.

Премияға дәғүә иткән материалдар ағымдағы йылдың 15 июненән алып 15 июленә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Президенты Хакимиәте, 315-се, 419-сы бүлмәләр.

Белешмәләр өсөн телефон: 280-80-93, 280-80-75.

Почта аша ебәрелгән материалдар ҡабул ителмәй.

Бөтә кәрәкле мәғлүмәт БР Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.