Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Иген культураларын химик утау төбәктә 43 процентҡа үтәлгән

Иҡтисад

Яҙғы иген культураларын химик утау Башҡортостанда 490 мең гектарҙан ашыу майҙанда уҙғарылған, ул пландан 43 процент тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был эштә Стәрлетамаҡ районы беренсе булып тора, унда майҙандарҙың 71 проценттан ашыуы (33,3 мең гектар) эшкәртелгән. Шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеүҙе 22 райондан 19 район хужалыҡтары тамамлаған.

Шулай уҡ республика баҫыуҙарында майҙандарҙы ужым культураларына әҙерләү башланды. Бөгөнгө көнгә 86,6 мең гектар, йәғни пландың 30 проценты эшкәртелгән. Тулыһынса пар ерҙәре Асҡын, Бөрйән һәм Дәүләкән райондарында әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть