4 декабрь, Йәкшәмбе

03 июнь 2014 йыл, 16:24

Республика етәксеһе Өфө реабилитациялау үҙәген 10 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Андрей Старостин

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Сәләмәтлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәгендә булды. 3 июндә баш ҡаланың зәғиф балалар өсөн сәләмәтләндереү һәм реабилитациялау учреждениеһы үҙенең юбилейын билдәләй, ул «Мөғжизә тыуҙырыусыларға 10 йыл» балалар байрамына сәбәп булып торҙо.

Үҙәк директоры урынбаҫары Айгөл Байгилдинаның әйтеүе буйынса, учреждениеға 33 бала йөрөй, уларҙан 23-ө көндөҙгө стационарҙа һәм 10-һы төнгөлә дауалана. Өфөлә реабилитациялау үҙәгенең алты бүлексәһе урынлашҡан.

Рөстәм Хәмитов үҙәк хеҙмәткәрҙәрен, пациенттарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен юбилей менән ҡотлап, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялау өсөн шарттар булдырыу буйынса эштең артабан да алып барыласағын билдәләне.

— Ярҙам кәрәк булған ҡыҙҙар һәм малайҙар, ғаиләләр бар. Реабилитациялау үҙәге был эште башҡара ла инде. Һис шикһеҙ, яңы бина төҙөргә, үҫешергә кәрәк, бөтөнләй икенсе шарттарҙың булыуы талап ителә. Беҙ уны аңлайбыҙ, яҡын йылдарҙа хәл үҙгәрһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ һәм тырышасаҡбыҙ. Бөтәгеҙҙе лә байрам менән ҡотлайым, һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф теләйем, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе реабилитациялау үҙәге директоры Рәүил Минибаевҡа яңы ҡорамалдар алыуға өс миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы.

Юбилей хөрмәтенә байрамға республика райондарынан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалары менән ғаиләләр ҙә килгәйне. Күп кенә әсәләр төбәк ижтимағи ойошмала – реабилитациялау үҙәге ҡарамағындағы «Әсә йөрәге» әсәләр советында тора һәм был ойошма уҙғарған социаль сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бөгөн улар үҙәкте байрам менән ҡотларға йыйылғайны.

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ведомство исеменән ҡала реабилитациялау үҙәгенә мультимедия проекторына сертификат һәм учреждениеның иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы. Хәҙер Өфө үҙәгендә балалар менән 100-ҙән ашыу белгес эшләй.

— Бында ысын һөнәр эйәләре, вайымлы кешеләр, беҙҙең балаларҙы аяҡҡа баҫтырған белгестәр эшләй. Барығыҙҙы ла үҙәктең юбилейы менән ҡотлайым һәм көс, һаулыҡ теләйем, — тине министр.

Үҙҙәренең бейеү һәм вокал сығыштарын реабилитациялау үҙәге тәрбиәләнеүселәре һәм «Тамыр» телестудияһы «йондоҙҙары» тәҡдим итте. Бәләкәй ҡунаҡтар ижади конкурстарҙа һәм уйындарҙа ҡатнашты. Балалар өсөн төрлө-төрлө күңел асыу саралары ойошторолдо.

Был майҙансыҡты реабилитациялау үҙәгенә Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам фонды бүләк итте.