Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Бөрөнөң йәш футбол чемпиондары менән осрашты

Спорт

Шишәмбе, 3 июндә, республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Бөрөнөң «Спартак» һәм «Спартаковец»  командалары малайҙары менән аралашты. Улар Сочиҙа футбол буйынса балалар йорттары һәм мәктәп-интернаттары командалары араһында «Будущее зависит от тебя» асыҡ бөтә Рәсәй ярыштарында финал уйындарҙа төп призды һәм көмөш награданы яуланы.

«Спартак» 14-16 йәштәр категорияһында еңеүсе булды. Бүләк сифатында йәш спортсылар Англияға «Арсенал» футбол клубы менән осрашыуға барасаҡ, унда балалар турниры уҙасаҡ һәм, бәлки, «Арсенал»дар оҫталыҡ-класы ла күрһәтәсәк.

«Спартаковец» командаһы 11-13 йәштәге төркөмдә финалда Новосибирск командаһына еңелеп көмөш миҙал яуланы.

Рөстәм Хәмитов малайҙарҙан кемдең профессионал футболсы булырға теләгәнен һораны һәм «Бөтәһе лә!» тигән яуапты ишеткәс, «Бының өсөн етди шөғөлләнергә кәрәк!», тине.

Бөрөнөң футбол майҙанында мохтажлыҡ кисергәнен асыҡлағас, Рөстәм Хәмитов мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәген белдерҙе. Осрашыу барышында ул футболсыларға форма һәм демонстрациялау ҡорамалдары алыуға сертификаттар тапшырҙы. Бынан тыш, «спартаксыларға» Рәсәй Премьер-лигаһы командаһы – «Өфө» футбол клубы футболкалар бүләк итте.

Малайҙар Рөстәм Хәмитовҡа Сочиҙағы еңеү билдәһе булған сувенир туп бүләк итте.

Һуңынан «Динамо» стадионы майҙанында республика етәксеһе Бөрөнөң йәш чемпиондар ҡапҡасыһын ныҡлыҡҡа һынаны.

Иҫтәлеккә күмәкләп төшкән фото был осрашыуҙы тамамланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть