8 декабрь, Кесе йома

03 июнь 2014 йыл, 14:38

Башҡортостанда 58 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандың 58 күп балалы әсәһенә шишәмбе, 3 июндә, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы. Был юғары дәүләт наградаһына 6,5 мең ҡатын лайыҡ булды.

113-сө бүләкләү тантанаһын асып, вице-премьер әсәләрҙең дөйөм ихтирамға лайыҡ булыуҙарын билдәләне. Ә айырыуса – күп балалы әсәләр. Шуға күрә республика властарының дәүләт сәйәсәте иң тәүҙә әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Бөгөн республикала 35 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй. Улар өсөн һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр түләү буйынса ташламалар ҡаралған.

170-тән ашыу күп балалы ғаилә дөйөм 400 миллион һумдан ашыу күләмдә торлаҡ сертификаттары алды, торлаҡ сертификаты буйынса уртаса социаль түләү күләме – бер ғаиләгә 2,6 миллион һум.

— Байтаҡ күп балалы әсәләрҙең бала тәрбиәләүҙән тыш прозводствола, социаль уреждениеларҙа эшләүе лә мөһим – улар барыһына ла өлгөрә, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.

Награданы ҡабул итеп бер нисә ҡатын үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы ла уҡып ишеттерҙе.

Лилиә Ғүмәрова күп балалы әсәләрҙең шиғырҙар йыйынтығын нәшер итеү тәҡдимен әйтте.