Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

«Юлдаш» — Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә радиотапшырыуҙар өлкәһендә Radiostation Awards бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы тип танылды. Исемле алтын статуэтканы һәм еңеүсе дипломын каналдың баш мөхәррире Тәнзилә Үлмәҫбаеваға тапшырҙылар. Тантанаға йыйылыусыларҙы ул башҡорт телендә сәләмләне, конкурсты ойоштороусыларға һәм үҙ тауыштарын биргән тыңлаусыларға рәхмәт әйтте. Конкурстың шарттары буйынса тап тыңлаусылар еңеүсене билдәләне. «Юлдаш» радиоһы 50 мең самаһы тауыш йыйған. Бындай һөҙөмтә конкурстың рекорды булды. Дөйөм алғанда премияға илдең 170-тән ашыу радиостанцияһы дәғүә итте, улар араһында – ватан радиоканалдары лидерҙары «Русское Радио», «Ретро ФМ», «Вести ФМ» һәм бик күп төбәк радиостанциялары. Еңеүселәр 27 номинация буйынса билдәләнде. «Юлдаш» — бөтә Рәсәй конкурсының еңеүсеһе булған берҙән-бер милли радио, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть