9 декабрь, Йома

03 июнь 2014 йыл, 11:16

Балалар омбудсмены Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова граждандарҙы шәхси ҡабул итеү ойошторҙо. Осрашыу Дмитрий Медведевтың төбәк Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә уҙҙы.

Борсоған һорауҙар менән балалар омбудсменына биш кеше килде. Республика халҡы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре, баланы ҡиммәтле дауалауҙа ярҙам кәрәклеге менән мөрәжәғәт итте, бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыуға зарланды.

Милана Скоробогатова билдәләүенсә, бөгөн төп бурыс – ғаилә институтын нығытыу. Бының өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Мәктәптә яңы дәрес – ғаилә ғилеме – ярайһы уҡ өлөш индерергә тейеш. Һынауҙы баш ҡаланың ҡайһы бер мәктәптәрендә үткәрәсәктәр.

— Июлдә туғыҙынсы һәм ун беренсе синыф уҡыусылары өсөн яңы дәресте өйрәтәсәк тәүге уҡытыусыларҙы әҙерләү тамамланасаҡ. Тәүге бурыс – яуаплы ата-әсәлек, — тип билдәләне Милана Скоробогатова.

Осрашыу барышында яңғыраған бөтә мәсьәләләрҙе лә Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил үҙ контроленә алды.