Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин Башҡортостандан Хәйҙәршиндар ғаиләһенә «Әсәлек даны» орденын тапшырҙы

Сәйәсәт

Винер һәм Альбина Хәйҙәршиндар ғаиләһенә «Әсәлек даны» орденын Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы кисәге кис уҙҙы. Юғары дәүләт наградаһына Башҡортостандан, Дағстандан, Ҡырымдан, Красноярск һәм Приморье крайҙарынан, Түбәнге Новгород, Ростов, һәм Свердловск өлкәләренән күп балалы туғыҙ ғаилә лайыҡ булды.

— Бында илдең төрлө мөйөштәренән ғаиләләр йыйылды. Һәр ғаиләнең – үҙ тормошо, үҙ тарихы һәм яҙмышы, үҙ шатлыҡтары һәм кисерештәре, — тип билдәләне тантанала дәүләт башлығы. — Әммә һеҙҙе ысын ҡиммәттәрҙе аңлау, бер-береңде ихтирам итеү һәм мөхәббәт берләштерә.

Винер Хәйҙәршин – Башҡортотостан Балтас районының Юғары Ҡарыш ауылында Урта дөйөм белем биреү мәктәбендә бинаны һәм ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү буйынса хеҙмәткәр. Уның тормош иптәше Альбина – Балтас районының «Халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһының хужалыҡ мөдире.

Белешмә. «Әсәлек даны» ордены ете һәм унан да күберәк бала тәбиәләгән, балаларҙың һаулығы, белем алыуы, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫешеүе тураһында ҡайғыртҡан, ғаилә институтын нығытыуҙа һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә өлгө булып торған ата-әсәләргә һәм уллыҡҡа алыусыларға тапшырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть