5 декабрь, Дүшәмбе

03 июнь 2014 йыл, 9:37

Төбәк вәкилдәре - «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» фестивале еңеүселәре

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандан ике ғаилә «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» фестивалендә еңеүсе булды. Сәләхетдиновтар «Изге йөрәк» номинацияһында еңде, «Эшсән нәҫел» номинацияһында Нуртдиновтар ғаиләһе беренсе булды.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы Кировта уҙҙы. Бөтәһе программала Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 24 ғаилә ҡатнашты. Конкурс РФ Президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың бойороғона ярашлы уҙғарыла.

Тулы хоҡуҡлы вәкил исеменән фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы уның урынбаҫары Галина Изотова сәләмләне.

— Ике йыл рәттән уҙғарылған фестиваль-конкурстың көс-ҡеүәтен күрәбеҙ, бында округыбыҙҙың иң яҡшы ғаиләләрҙең иң яҡшылары йыйыла, — тип билдәләне тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары.

Фестивалдә ҡатнашыусылар «Әсәлек илаһилығы» бөтә Рәсәй программаһы миҙалы менән бүләкләнде. Тантаналы кисә гала-концерт менән дауам итте, унда Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Маликов һәм билдәле йырсы, композитор һәм шағирә Ирина Грибулина ҡатнашты.