10 декабрь, Шәмбе

02 июнь 2014 йыл, 17:44

Ҡурай байрамында Ейәнсура районы башҡарыусыһы еңеүсе булды

автор: Ләйлә Аралбаева

Октябрьскийҙа уҙған, 2014 йылда Республика Ҡурай байрамында Гран-прины Ейәнсура районынан Артур Ғайсаров яуланы. Уға 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. 14-се конкурста профессионал һәм һәүәҫкәр башҡарыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнашты.

— Быйыл музыкаль бәйгегә республиканың 13 ҡалаһынан һәм 24 районынан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән – Силәбе, Мәскәү, Йошкар-Оланан 366 кеше килде. Үҙ оҫталыҡтарын 79 башҡарыусы һәм 23 ҡурайсылар ансамбле күрһәтте. Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы Йылайыр районынан 9 йәшлек Илназар Ҡудашев, иң өлкәне – Мари Иле Республикаһы Йошкар-Оланан 72 йәшлек Муса Нурдәүләтов, — тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

Бәйгеселәрҙе белдекле жюри ағзалары баһаланы, уның составына билдәле ҡурайсылар, инструменталь башҡарыу оҫталары, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары, юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары уҡытыусылары, алдағы конкурстарҙа Гран-при яулаусылар: Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Нур Даутов, Мөхәмәт Түлебаев, Рәмил Ғәйзуллин, Әнүәр Шафиҡов, Венер Елкибаев, Эльвира Әхмәтйәнова инде. Жюри ағзалары берҙәм бөтә ҡатнашыусыларҙың юғары башҡарыу кимәлен билдәләне.

Ҡурай байрамын уҙғарыу сиктәрендә Ҡала мәҙәниәт йортонда бәйгеселәр өсөн ижади лаборатория ойошторолдо. Сарала 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Башҡорт музыка ҡоралдары фольклорын үҫтереү һәм һаҡлау перспективалары, ҡурайҙа уйнау йолаларын тергеҙеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.

Октябрьскийҙың музыка училищеһында гала-концерт уҙҙы, унда ҡаланың ижади коллективтары, билдәле музыканттар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, алдағы конкурстар еңеүселәре ҡатнашты.

Ҡурай байрамы башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыу йолаларын һаҡлап ҡалыу һәм артабан да үҫтереү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт музыка ҡоралдары фольклорына йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Конкурсты ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.

темалар: ҡурай байрамы