8 декабрь, Кесе йома

02 июнь 2014 йыл, 16:42

Башҡортостандың һигеҙ кешеһе РФ дәүләт наградаларына лайыҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың ете кешеһе Рәсәйҙең дәүләт наградаларына лайыҡ. Тейешле указдарға РФ Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

«РФ атҡаҙанған металлургы» маҡтаулы исемгә «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы баш механигы Владимир Головин лайыҡ булды. Мәләүез районының «Трудовик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Тәлғәт Вәхитов РФ атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре булды.

II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалын профессор, педагогия фәндәре докторы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Берҙәм Рәсәй» Партияһы Рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллинға һәм «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Учалы ер аҫты руднигы быраулау ҡорамалдары машинисы Алексей Зубовҡа тапшырасаҡтар.

«Рәсәй Рәссамдар союзы» бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе ағзалары Евгений Винокуров һәм Ринат Харисов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» исемгә лайыҡ булды.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» маҡтаулы исем «Красноусол» шифаханаһы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Фаяз Мәжитовҡа бирелде.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исемгә Өфөнөң 39-сы гимназияһы уҡытыусыһы Иван Сиваков лайыҡ, тип хәбәр ителә kremlin.ru сайтында.