3 декабрь, Шәмбе

02 июнь 2014 йыл, 15:56

Республика рәссамдары «РФ атҡаҙанған рәссамы» маҡтаулы исемгә лайыҡ булды

автор: Ләйлә Аралбаева

Рәсәй Президентының Указы менән Башҡортостандың ике рәссамы – Евгений Винокуровҡа һәм Ринат Харисовҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» маҡтаулы исем бирелде. Бының тураһында Башҡортостан Рәссамдар союзы хәбәр итә.

Евгений Винокуров – 1974 йылдан алып республика, зона, төбәк, төбәк-ара, бөтә Рәсәй, бөтә союз, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы, 1983 йылдан алып – Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.

Ринат Харисов – 1973 йылдан алып республика, зона, төбәк, төбәк-ара, бөтә Рәсәй, бөтә союз, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы, 1989 йылдан алып – Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.

Рәсәй һәм Башҡортостан сәнғәтендә Ринат Харисов айырыуса урын биләп тора. Уның ижады заманса сәнғәттең дөйөм картинаһына үрелгән.

Ижади эшмәкәрлектән тыш Ринат Харисов педагогик эшкә лә тос өлөш индерә, 30 йыл дауамында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында уҡыта. Уның уҡыусылары араһында – Рәсәй Рәссамдар союзының йәш ағзалары, талантлы уҡытыусылар һәм юғары уҡыу йорттары педагогтары.