Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

ШОС һәм БРИКС илдәре фотографтары Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәсәк

Йәмғиәт

10 июндән алып 17-һенә тиклем ШОС һәм БРИКС илдәре фоторәссамдары ҡатнашлығында «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2014» халыҡ-ара акцияһы уҙасаҡ, тип хәбәр итә «ШОС БРИКС Өфө 2015» офис-төркөмө.

Быйыл ҡатнашыуға Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Иран, Италия, Бразилия, Ҡырым һәм Башҡортостан, Мәскәү һәм Силәбе заявка биргән. Бөтәһе 20 фотографтың килеүе көтөлә.

Халыҡ-ара акция Рәсәй һәм Башҡортостан фотосәнғәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Акция сиктәрендә Өфөлә бер төркөм саралар үтәсәк. 10 июндә БР Милли музейында Рафаэль Исламовтың 60 йылына арналған «Оҫта һәм уҡыусы» күргәҙмәһе ойоштораласаҡ. 10 һәм 12 июндә «Өфө — йәшәү өсөн ҡала» темаһы буйынса фотоға төшөрөүҙәр үтәсәк. 11 июндә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының «Academia» галереяһында һәм «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәгендә «Ер шары, беҙ һинең балаларың» халыҡ-ара фотофестиваль асыласаҡ.

Теги: фототур
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть