Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

«Урал моңо-2014» еңеүсеһе – Башҡортостандан Марсель Ҡотоев

Мәҙәниәт

«Урал моңо — 2014» XVII Халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивале тамамланды.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл фестивалгә биш илдән һәм Рәсәйҙең 14 төбәгенән 53 иң яҡшы башҡарыусы килгәйне. Бөтә конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше 18 йәштәп алып 35-кә тиклем – был конкурстың төп критерийы.

Фестивалде ябыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сығыш яһаны. Ул майҙанда йыйылғандарҙы сәләмләне һәм Башҡортостанға алыҫ юл үтеп килгән конкурста ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте: «Урал моңо»ноң төп маҡсаты – милли төрки музыкаһын тәҡдим иткән иң һәләтле йәш башҡарыусыларҙы эҙләү һәм уларға ярҙам итеү».

«Урал моңо — 2014» конкурсының төп бүләге – 100 000 һумлыҡ аҡсалата сертификат, уға Башҡортостан Республикаһынан Марсель Ҡотоев лайыҡ булды.

1-се урынды – Ҡырғыҙстандан Курал Чокоев һәм Ҡырымдан Гүзәл Моратова, 2-сене – Ҡырғыҙстан йырсыһы Айбек Саралаев һәм Тыва башҡарыусыһы Аржаана Куулар, 3-сө урынды Әзербайжан һәм Башҡортостан «һандуғастары» — Улькер Алиева һәм Зилиә Бәхтиева яуланы.

Фестивалдә ҡатнашыусылар концерт программаһы менән Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары алдында сығыш яһаны.

Фестивалде ябыу тантанаһынан һуң «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө күсмә этно-фольклор шоу проектын тәҡдим итте. «Урал моңо — 2014» конкурс-фестивале салют һәм файер-шоу менән тамамланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть