6 декабрь, Шишәмбе

02 июнь 2014 йыл, 11:54

Төбәк етәксеһе Республика балалар клиник дауаханаһының бәләкәй пациенттарын Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотланы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Республика балалар клиник дауаханаһы территорияһында бәләкәй пациенттар өсөн байрам ойошторолдо. Стационар алдындағы майҙанда балалар таһыллыҡҡа, етеҙлеккә һәм зирәклеккә ярышты.

Ошонда уҡ асфальтта һүрәттәр төшөрөү конкурсы, театрлаштырылған тамаша һәм ҡурсаҡтар театры спектакле уҙғарылды.

Балаларҙы ҡотларға һәм уларға тиҙерәк һауығыуҙарын теләргә байрамға Рөстәм Хәмитов та килгәйне.

— Бөгөн Балаларҙы яҡлау көнө. Беҙҙең өсөн һәр йылдың һәр көнө балаларҙы яҡлау көнө булып тора. Беҙ үҙебеҙҙе һәр ваҡыт ғүмеребеҙҙе балалар үҫешенә, уларҙың һаулығына, уларҙың именлегенә арнарға тейеш булған хәстәрлекле ата-әсәләр һәм өлкән кешеләр кеүек тоябыҙ.

Ата-әсәләрҙе ҡотлағым килә. Һеҙгә көс, сабырлыҡ теләйем. Бөгөн беҙ дауахана территорияһында осраштыҡ. Әлбиттә, мин һеҙгә тиҙерәк һауығып китеүегеҙҙе теләйем. Һәр ҡайһығыҙҙың кәйефе күтәренке булһын. Табиптар мөмкин тиклем барыһын да эшләп һеҙҙе аяҡҡа баҫтырһын. Һеҙҙең ауырыуҙарығыҙ бөтһөн. Сәләмәт булығыҙ. Байрам менән! Барығыҙға ла изгелек теләйем! — тип тәбрикләне Рөстәм Хәмитов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙна дауамында Республика балалар клиник дауаханаһында «Йылмайыу» операцияһы» хәйриә акцияһы барҙы. Был ваҡыт эсендә республиканың 55 балаһына операция яһалды.

Рөстәм Хәмитов яңаҡ-бит хирургияһы һәм отоларонгология бүлексәләрендә булды, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аралашты, бүләктәр тапшырҙы һәм бөтә илдән килгән табиптарға рәхмәт әйтте. Рөстәм Хәмитовтың «Йылмайыу» операцияһы» акцияһына йомғаҡ яһауҙа сығышының тулы стенограммаһы – рәсми сайтта.

Бүләктәр биргәндән һуң Рөстәм Хәмитов Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшинға медицина ҡорамалдары һатып алыуға 5 миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы.