8 декабрь, Кесе йома

02 июнь 2014 йыл, 10:54

Республика етәксеһе Шишмә һәм Өфө райондарында булды

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

31 майҙа, шәмбе, Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Шишмә һәм Өфө райондарында булды, шулай уҡ Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышы һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының ултырыштарын үткәреүгә әҙерлек сиктәрендә объекттарҙы тикшерҙе. Был хаҡта республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Балаларҙы яҡлау көнө алдынан, Шишмә районы Әлкә ауылының «Толпар» балалар шифаханаһында Рөстәм Хәмитов балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялы нисек итеп ойошторолғаны менән танышты. Был республикала иң ҙур балалар шифаханаһы. Бында 7-14 йәштәге 255 бала ял итә һәм дауалана. Былтыр учреждениела табиптарҙың һәм провизорҙарың уртаса эш хаҡын БР буйынса уртаса эш хаҡынан алып 200 процентҡа тиклем, урта һәм кесе медицина персоналдарының 100 процентҡа тиклем арттырыу буйынса 2018 йылға тиклем «юл картаһы» саралары ҡабул ителде. Бөгөнгө көнгә шифаханала табиптар уртаса айына 40, 286 мең һум, шәфҡәт туташтары – 17,878 мең һум ала.

Балалар шифаханаһында энергия һаҡлау технологиялары ҡулланыла. Учреждениеның баш табибы Фәрит Хисамов һөйләүенсә, быйыл бында ҡояш электр станцияһы сафҡа индерелгән. 24 ҡояш модуленән торған ҡоролма өс ҡатлы административ бина ҡыйығында урынлашҡан. Ул энергияны туры шифахана селтәренә бирә. Йылына 3,5 мең кВт-ҡа тиклем электр энергияһы эшләй ала.

Өфө районында Рөстәм Хәмитов Мармылев ауылы эргәһендә «Миловка паркы» комплексының төҙөлөш барышы менән танышты. Проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү федераль фонды араһында Килешеүгә ярашлы ғәмәлгә ашырыла. 206 гектар майҙанда тимер-бетон каркаслы йорт төҙөү технологияһы буйынса 500 мең квадрат метрҙан ашыу эконом-класс (дөйөм торлаҡ күләменән 75 процент) торлаҡ төҙөү планлаштырылған. Төҙөлөш сират буйынса 2020 йылда инвестиция проектын тулыһынса бойомға ашырыу менән ғәмәлгә индерелә.  

«КилСтройИнвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дмитрий Комлевтың әйтеүе буйынса, йорттарҙы йөҙләү өсөн Япониянан килтерелгән фиброцементлы бетон панелдәре ҡулланыласаҡ.

— Беҙ иң ҡатмарлы техника – авиация двигателдәре эшләйбеҙ, ә был ябай ғына панелдәрҙе һәм уларға сигәләрҙе Япониянан килтерәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов һәм төҙөүселәрҙән урындағы төҙөлөш материалдарын ҡулланыуҙы талап итте.

Шулай уҡ Башҡортостан етәксеһе инфраструктура мәсьәләләрен заманса хәл итеү кәрәклегенә иғтибар итте:

— Бында 9 мең кеше йәшәйәсәк, алдан уҡ уларҙың юл йөрөү мәсьәләһен уйларға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавваға мөрәжәғәт итеп.

Бынан тыш, биҫтәлә икенсе балалар баҡсаһын проектлау һәм төҙөү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, — беренсеһен киләһе йыл төҙөү планлаштырылған.

Артабан Рөстәм Хәмитов Өфө – Аэропорт юлын ҡараны, Өфөлә Цюрупа һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге Sheraton 4+* ҡунаҡханаһы төҙөлөшөндә булды, КЕСКО-HILTON 4* ҡунаҡханаһы (Аксаков урамы – Төбә урамы) төҙөлөшөн һәм Конгресс-холда ремонт эштәрен тикшерҙе.

темалар: эш сәфәрҙәре