Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Минең ҡарашым үҙгәрешһеҙ – кешеләр именлеге өсөн эшләү»

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов республика башлығы урынынан отставкаға сығыуын аңлатыу һәм 2014 йылдың сентябрендәге һайлауҙарҙа үҙенең ҡатнашыуы тураһында иғлан итеү өсөн республика халҡына мөрәжәғәт итте.

— Мәскәүҙә Рәсәй Президенты менән осраштым һәм сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһынан мине отставкаға сығарыу мәсьәләһе тураһында һүҙ булды, — тип һөйләне брифингта республиканың алдынғы киң мәғлүмәт саралары журналистарына Рөстәм Хәмитов. — Владимир Владимирович тәҡдимемде хупланы.

Төбәк етәксеһе дәүләт башлығына мөрәжәғәтен ике дәлил менән нигеҙләне. Беренсенән, «беҙҙең республика яҡшы үҫешә, шуға ҡарамаҫтан, хәл ителмәгән халыҡтың, йәмғиәттең хуплауын талап иткән мәсьәләләр ҙә байтаҡ».

— Ул коррупция менән көрәш, инфраструктура төҙөү, бюджетыбыҙҙың яңы финанслау сығанаҡтарын эҙләү, төрлө етәкселәр яғынан кешеләргә ҡарата үтә тәкәббер мөнәсәбәтте бөтөрөү мәсьәләләре. Был эшмәкәрлектә кешеләрҙең ярҙамы талап ителә, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе халыҡтың хуплауын һиҙеүен, әммә, шуға ҡарамаҫтан, уны тик һайлауҙар ваҡытында ғына ысын мәғәнәһендә баһалап булыуын билдәләне.

— Әгәр кешеләр миңә ышаныс белдерһә, Башҡортостан Республикаһы Президенты булып артабан да эшләһәм, әлбиттә, бөгөн алып барған эште дауам итәсәкмен, — тип белдерҙе төбәк етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов, ваҡытынан алда һайлауҙарҙа ҡатнашыу тураһындағы ҡарарға тәьҫир иткән, ике мөһим дәлилде атаны: киләһе йыл йәйен Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү.

— Бөтә һайлауҙар алды кампанияһы был саммиттар эше ваҡытына өҫтәләсәк, был саммиттарҙы үткәреү яғынан да, һайлау алды эшен алып барыу яғынан да уңайһыҙ буласаҡ. Был ике фекерҙән сығып Владимир Владимирович Путинға оставкаға сығарыуын һорап мөрәжәғәт иттем, — тип аңлатты Рөстәм Хәмитов. — Ил Президенты яуаплап 2015 йылда ла еңеүемә шикләнмәүен белдерҙе, әммә һайлауҙарҙы 2014 йылда үткәреү кәрәклегенә дәлилдәр булғас, ул ҡаршы килмәй.

Рөстәм Хәмитов һайлауҙарға «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидат булып барыуын һөйләне.

— Бер фирҡәселәрҙең ярҙамына ышанам, — тип билдәләне республика етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов хәҙер һайлау алды кампанияһына ваҡыт бүлеү, кешеләр менән осрашыу кәрәклегенә иғтибар итте.

— Минең ҡарашым үҙгәрешһеҙ – кешеләр именлеге өсөн эшләү. Минең башҡа маҡсатым юҡ, власть органдары аша шәхси мәсьәләләремде хәл итергә йыйынмайым. Минең өсөн бер бурыс, — кешеләр яҡшыраҡ йәшәһен өсөн.

Брифингтың стенограммаһы менән республика етәксеһенәң рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть