3 декабрь, Шәмбе

30 май 2014 йыл, 16:17

Башҡортостан башлығын һайлау ваҡытынан алда үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһы башлығын һайлау ваҡытынан алда – 2014 йылдың 14 сентябрендә үтәсәк. Бындай ҡарарҙы Рәсәй Президенты бөгөн Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында ҡабул итте. Башҡортостан Президенты вәкәләттәре 2015 йылға тиклем ҡаралған.

Осрашыу барышында республика башлығы, «кешеләрҙең ҡарашын һайлауҙарҙа, уларҙан эшебеҙҙе нисек баһалағандарын һорап, белергә мөмкин. Шуның менән бәйле минең Һеҙгә, Владимир Владимирович, бер үтенесем бар: Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһына көҙгө һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн ваҡытынан алда отставкаға ебәреүегеҙҙе һорайым», тип билдәләне.

— Иҡтисад һәм социаль өлкә үҫешендә ыңғай динамиканы иҫәпкә алып, һеҙҙә эшһеҙлек минималь кимәлдә һәм бөтә социаль параметрҙар етерлек юғары кимәлдә торған төҫлө. Һеҙҙең быйыл да, киләһе йыл да еңеүгә бөтә мөмкинлектәрегеҙ бар кеүек тойола. Әммә, әгәр Һеҙгә ниндәйҙер төшөнсәләр буйынса быйыл һайланыуығыҙ уңайлыраҡ булһа, мин быға ҡаршы түгел. Рәхим итегеҙ, — тине Рәсәй Президенты.

Республика ҡануниәтенә ярашлы, хәҙер Рөстәм Хәмитов Башҡортостан башлығы һайлауҙарында ҡатнаша ала. Республика Президенты  28 апрелдә матбуғат конференцияһы барышында киләсәк төбәк башлығы һайлауҙарында ҡатнашырға ниәтләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.

темалар: һайлауҙар