7 декабрь, Шаршамбы

30 май 2014 йыл, 15:52

Республикала нефть-газ инжиниринг кластеры булдырылды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһының нефть-газ инжиниринг кластеры ҡатнашыусыларының берләштерелгән эшмәкәрлеге тураһында килешеү Өфөлә 30 майҙа «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында төҙөлдө.

Кластер составына «Башгипронефтехим» дәүләт унитар предприятиеһы, «Салауатнефтехимпроект» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «ОЗНА-Инжиниринг» ғилми-производство предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Нефтепромавтоматика» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Нефтегазинформатика» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Промэксперт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «ВНЗМ» акционерҙар компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡа предприятиелар инде. Бынан тыш, нефть һәм газ химияһы кластерына Өфөнөң өс юғары уҡыу йорто: Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты инде.

— Нефть-газ инжиниринг кластерында фән һәм нефть-газ тармағын проектлау менән шөғөлләнгән өс предприятие тора, —  тип аңлатты БР Нефть-химия эшкәртеү институты директоры Эльшад Теләшев. — Әлеге ваҡытта 30-лаған предприятие кластерға инергә ризалыҡ бирҙе.

— Беҙ мәғлүмәти майҙан булдырабыҙ. Берҙәм мәғлүмәттәр банкында һәр предприятиеның – ниндәй программа продукттары, ниндәй белгестәр барлығы тураһында мәғлүмәт тупланасаҡ. Шулай уҡ махсус «болотло» сервис эшләү планлаштырыла. Унда технологик иҫәпләүҙәр өсөн программалар буласаҡ,— тине Эльшад Теләшев.

— Элек инжиниринг тарҡау формала ине. Хәҙер компетенциялары булған предприятиелар берләшеп тышҡы компаниялар өсөн конкуренцияға нығыраҡ һәләтлерәк була башланы, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов.

Дмитрий Шароновтың әйтеүе буйынса, кластер составындағы предприятиелар халыҡ-ара баҙарға сыға аласаҡ. Атап әйткәндә, Венесуэлала һәм Фарсы ҡултығы илдәрендә эшләү планлаштырыла.