11 декабрь, Йәкшәмбе

30 май 2014 йыл, 15:10

Төбәктең ике предприятиеһы сифат өлкәһендә РФ Хөкүмәте премияларына лайыҡ булды

автор: Әлим Фәйезов

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте сифат өлкәһендә 2013 йыл өсөн премиялар биреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Документҡа ярашлы, Хөкүмәт премияһына «продукция һәм хеҙмәтләндереүҙәр сифаты өлкәһендә өлгәшелгән һөҙөмтәләр һәм юғары һөҙөмтәле сифат менеджменты алымдарын индергән өсөн» Рәсәйҙең ете ойошмаһы лайыҡ. Бүләкләнгәндәр иҫәбендә – Башҡортостандың ике предприятиеһы. Ул – «Янган-Тау» шифаханаһы» дәүләт унитар предприятиеһы һәм Октябрьский ҡалаһының «Пакер» ғилми-етештереү фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу өсөн машиналар һәм ҡорамалдар эшләүҙә махсуслашҡан).