8 декабрь, Кесе йома

30 май 2014 йыл, 14:39

Башҡортостан Яҙыусылар союзы йәш авторҙар менән тулыланды

автор: Камил Хәсәнов

Бер юлы ун дүрт йәш автор Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителде.

Союз рәтенә ун шағир һәм дүрт прозаик ҡабул ителде, уларҙың күбеһенә 30 йәш тә тулмаған. Күптәренең әлегә берешәр китабы ғына баҫылған, әммә был кешеләр даими баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәре менән үҙҙәре тураһында әҙәби журналдарҙа белдерҙе. «Уларҙың ҡайһы берәүҙәре алты-ете йыл яҙыша, ә кемдәрелер хатта ун йыллап», — тип аңлатты БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев.

Идара ағзалары быны ғүмерҙә булмаған хәл тип билдәләй: ғәҙәттә БР Яҙыусылар союзы йылына тик бер нисә кешене генә ҡабул итә, шул уҡ ваҡытта, ҡағиҙә булараҡ, ул инде өлкән йәштәге авторҙар. «Бындай хәл һуңғы бер нисә тиҫтә йыл булманы», — тип һөйләй, оҙаҡ йылдар республика Яҙыусылар союзын етәкләгән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.

Ун дүрт яҙыусынан күптәрен башҡорт шиғриәте һәм прозаһы секцияһы тәҡдим иткән, өсәүһен БР Яҙыусылар союзының рус телле яҙыусылар берләшмәһе кәңәш иткән, икәүһен – татар телле яҙыусылар берләшмәһе.

Йәш яҙыусылар араһында – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәре Игорь Савельев, яңыраҡ ҡына «Башинформ» хеҙмәткәре булған, хәҙер Өфө ҡала Советы матбуғат секретары Евгений Рәхимҡолов, беҙҙең хеҙмәттәш-журналистар «Башҡортостан» гәзитенән Айгиз Баймөхәмәтов, «Кызыл таң»дан Айҙар Зәкиев, билдәлелек яулап өлгөргән һәм матбуғатта әүҙем яҙышҡан йәш шағирҙар Алмас Шаммасов һәм Кристина Андрианова.