7 декабрь, Шаршамбы

30 май 2014 йыл, 12:57

БР Президенты Хакимиәтендә инфраструктура объекттарын ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләү буйынса кәңәшмә үтте

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә Рәсәй Федерацияһы Президенты советнигы, 2014-2015 йылдарҙа ШОС-та һәм 2015 йылда БРИКС-та Рәсәй Федерацияһы рәйеслеген әҙерләү һәм тәьмин итеү буйынса Ойоштороу комитеты секретариаты етәксеһе  Антон Кобяков ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе уҙҙы.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ултырыш барышында 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышы һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының ултырыштарын үткәреүгә инфраструктура объекттарын әҙерләү мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов инфраструктура объекттарында эштең раҫланған графикка ярашлы барыуын билдәләне. Айырыуса иғтибар ҡунаҡханаларҙы ремонтлауға һәм яңыларын төҙөүгә бүленә.