4 декабрь, Йәкшәмбе

30 май 2014 йыл, 11:41

Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры итеп Динир Әхмәтйәнов тәғәйенләнде

автор: Арина Рәхимҡолова

29 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Динир Әхмәтйәновты республиканың урман хужалығы министры итеп тәғәйенләне. Икенсе указ менән Рәжәп Нәбиуллин урман хужалығы министры вазифаһынан бушатылды. Был хаҡта төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Белешмә. Динир Әхмәтйәнов 1957 йылдың 28 октябрендә  Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы университетын (элекке Башҡортостан ауыл хужалығы институты) һәм Урал социаль идара һәм политология институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда ВЛКСМ-дың район комитеты ойоштороу бүлеге инструкторы булып башлай. 1980–1981 йылдарҙа – халыҡ депутаттарының Амангилде ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1981–1987 йылдарҙа – «Заветы Ильича» колхозының партком секретары. 1987–1990 йылдарҙа – КПСС-тың Әбйәлил райкомы ауыл хужалығы бүлеге мөдире, ойоштороу бүлеге инструкторы, райком секретары. 1990–1991 йылдарҙа – Свердловск Юғары партия мәктәбенең көндөҙгө бүлеге тыңлаусыһы, РСФСР коммунистар партияһы райкомының беренсе секретары. 1991–1992 йылдарҙа – халыҡ депутаттарының Әбйәлил районы Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. 1992–1995 йылдарҙа – Әбйәлил районының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары, «Красная Башкирия» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте директоры.

1995–2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аграр мәсьәләләр, аҙыҡ-түлек, экология, тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. 2008–2011 йылдарҙа – Өфөнөң Ленин районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.

2011 йылдың майынан алып 2014 йылға тиклем – контракт буйынса Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы хакимиәте башлығы.