6 декабрь, Шишәмбе

30 май 2014 йыл, 10:58

Рөстәм Хәмитов республиканың урман хужалығы министрын вазифаһынан бушатты

автор: Еватерина Соколова

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы күрһәтмәһе буйынса Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллинды вазифаһынан бушатты. Был хаҡта «Facebook»та БР Президенты Хакимиәтенең рәсми сәхифәһендә яҙылған. Рәжәп Нәбиуллин вазифаһынан Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы активистары асыҡлаған боҙоуҙар сәбәпле бушатылды.

— Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистарына был күҙгә бәрелеп торған боҙоуҙы асыҡлағандары өсөн рәхмәт. Законһыҙ төҙөлөш урынынан йыраҡ түгел – Урмансылар паркында Башҡортостан Президенты инициативаһы буйынса яңыраҡ ҡына дөйөм республика өмәһе уҙғарылды. Республика етәксеһе ҡала урман паркы территорияһын төҙөкләндереү буйынса был эште үҙе етәкләне, — тип аңлатты «Башинформ» агентлығына республика башлығының матбуғат секретары Артем Вәлиев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Менделеев урамында «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә үҙәге эргәһендә «санитар таҙартыу» тигән һылтау менән бер гектар тиерлек урман ҡырҡылған. Урман массивы урынында Өфө урман хужалығы бер ниндәй ҙә рөхсәт документтары алмайынса төҙөлөш эштәренә тотонған. Версияларҙың береһе буйынса, урман хужалығы министрлығы урман зонаһында күп ҡатлы йорт төҙөргә планлаштырған. Шул урынға Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ҡушма рәйесе Азат Фазлыев һәм Өфөнөң беренсе вице-мэры Александр Филиппов бара һәм ниндәйҙер ваҡытҡа эште туҡтата. Улар киткәндән һуң эштәр ҡабат башлана.

— Территорияға ҙур-ҙур техникалар инде, шул иҫәптән быраулау ҡорамалдары ла, — тип һөйләй Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ҡушма рәйесе Азат Фазлыев. — Шуға күрә республика етәкселегенә ашығыс рәүештә мөрәжәғәт итмәй булдыра алманыҡ.