4 декабрь, Йәкшәмбе

30 май 2014 йыл, 9:44

«Ямал-Волга буйы» проектын федераль «Стратегия – 2030»-ға индерергә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

автор: Эльвира Латипова

«Ямал-Волга буйы» магистраль торба үткәргесен төҙөү проектын 2030 йылға тиклем химия һәм нефть химияһы комплексын үҫтереү стратегияһына индерергә кәрәк, тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. Әлегә проект инициаторҙары федераль кимәлдә аңлау тапмай.

— Был объект 2030 йылға тиклем химияны үҫтереү стратегияһына инмәй ҡалды. Себерҙән Волга буйына сеймал менән тәьмин итеү өҫтөндә эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Был өлөштә стратегияны ҡайтанан ҡарауҙарын һораясаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов кесе йома көнө Өфөлә «Ҙур химия» сиктәрендәге брифингта. — Беҙҙе ишетмәйҙәр, тыңламайҙар һәм сеймал темаһына бер яҡлы ҡарайҙар.

Башҡортостан Президентының әйтеүе буйынса, Себерҙәге хәлде өйрәнергә һәм проекттың техник-иҡтисади нигеҙен әҙерләргә кәрәк.

— Техник-иҡтисади нигеҙ әҙерләү эше осһоҙ түгел – 200 миллион һумлап. — Ресурстар табырбыҙ тип ышанам, техник-иҡтисади нигеҙ эшләтеп, дөрөҫ эш алып барғаныбыҙҙы раҫларбыҙ.

Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы (ЯНАО) араһында «Ямал-Волга буйы» маршруты буйынса нефть химияһы углеводород сеймалын транспортлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр протоколына 2012 йылдың майында Өфөлә «Ҙур химия» форумында ҡул ҡуйылды. 2013 йылдың 30 ғинуарында проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн яҡтар 45 миллион һум күләмендә устав капиталы менән «Ямал-Волга буйы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторолдо. Ойоштороусылары – «Төбәк фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (акцияларҙың 33,3 проценты), «Ямал» төбәк инновация-инвестиция фонды» коммерцияға ҡарамаға ойошма (33,3) һәм «Нижнекамскнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (33,4).