5 декабрь, Дүшәмбе

29 май 2014 йыл, 17:58

Республиканың аҙ тоннажлы нефть химияһы кластеры предприятиелары бюджетҡа 500 миллион һум һалым күсергән

автор: Илья Спиридонов | фото: Андрей Старостин

Республиканың аҙ тоннажлы нефть химияһы кластерына ингән предприятиелар бөтә кимәл бюджеттарға 500 миллион һум самаһы һалым күсергән, тип хәбәр итте «Ҙур химия» IV Халыҡ-ара форумында БР Нефть-химия эшкәртеү институты директоры Эльшад Теләшев.

Уның фекеренсә, институтта ойошторолған Коллектив ҡулланыу үҙәге кластерҙаң һөҙөмтәле эшен тәьмин итә. Уның ярҙамында предприятиелар башҡа ҡатнашыусыларҙың матди-техник базаһы тураһында мәғлүмәт белә, бергәләп эштәр башҡара һәм уны тәжрибә-сәнәғәткә индерә ала.

Дөйөм алғанда Рәсәйҙә нефть химияһы байтаҡ яй темптар менән үҫешә. Башҡортостанда тулайым продуктта тармаҡтың өлөшө 40 процентлап тәшкил итә. Өҫтәүенә төп өлөштө нефть продукттары производствоһы индерә.

— Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, уның өлөшө был йүнәлештә 20 проценттан саҡ ҡына күберәк. Донъяла был күрһәткес күпкә артығыраҡ, — тип билдәләне Эльшад Теләшев.

Аҙ тоннажлы нефть химияһы продукцияһы күбеһенсә сил илдән һатып алына. Импорт күләме 40 миллиард доллар самаһы тәшкил итә.

Секция эше аҙағында аҙ тоннажлы нефть химияһы кластерының яңы ҡатнашыусылары менән уртаҡ эшмәкәрлек тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйыу уҙҙы.